Ирекмәндәр сараны кеше иң күп йөрөгән урында - Каруанһарай алдында үткәрҙе. Һәр үткенсегә улар никотиндың зыяны тураһында һөйләне, сәләмәт тормош рәүешен алып барырға әйҙәне. Көйрә-тергә яратыусыларға тәмә-кене кәнфиткә алыштырырға тәҡдим итте.
- Бөтә йыйылған сига-рет сара һуңында юҡ ителә. Ә тартмаусыларға иһә дәртләндереү сараһы булараҡ татлы приз таратыла. Акцияның маҡсаты - кешеләрҙе үҙ сәләмәтлеге тураһында уйланырға, бор-солорға мәжбүр итеү, төтөн-дөң организмға булған зарары тураһында еткереү. Акция күптәрҙең тәмәкене ташлауына булышлыҡ итер, тип ышанабыҙ, - тип һөйләй «Ҡала көсө» етәксеһе Илүзә Дәүләтбәкова.
- Бөгөнгө акциянан һуң кешеләрҙең уйланырға урыны бар: артабан да тартырғамы, әллә ташларғамы? Ниңә инде үҙ ҡулдарың менән, етмәһә аҡсаға һатып алып, һаулығыңа зыян килтерергә? Йәмәғәтселектең иғтибарын шуға йүнәлтергә теләйбеҙ, - тип һүҙгә ҡушыла ирекмән Эдуард Шафиҡов.
Сарала теләп ҡатнашыу-сылар ҙа, һөйләшергә бик үк теләмәүселәр ҙә табылды. Күптәр тәмәкенең зыяны тураһында аңлай, әммә ташларға көсө юҡ. Ирекмәндәргә улар насар ғәҙәттән арынырға тырышып ҡарарға вәғәҙә итте.