Баш ҡаланан килгән кардиологтар ҡалабыҙҙың мәҙәниәт һәм ял паркында уҙған сәләмәтлек көндәре сиктәрендә, консультациялар, мастер-кластар, флэшмобтар, скринингтар үткәрҙе.
Ҡала хакимиәте башлығы Динар Хәлилов ҡунаҡтарҙы ҡаршы алып үҙенең йылы һүҙҙәрен еткерҙе.
- Беҙҙең барыбыҙға ла һаулығыбыҙҙы һаҡларға, һәр ваҡыт йәш, әүҙем булып ҡалырға кәрәк. Кардиология десантына беҙгә килеп етеүҙәре, ҡала халҡын ҡайғыртыуҙары өсөн ҙур рәхмәт, - тине ҡала башлығы.
Динара Рәис ҡыҙы үҙе менән күсеп йөрөүсе «Халыҡ һаулығы» флагын килтергәйне.
- Быйыл был флаг Салауат халҡына бирелә. Сәләмәт тормош рәүеше - ул тормош стиле. Ул һәр ваҡытта ла популяр булып ҡаласаҡ. Йәштәрҙең үҙ сәләмәтлектәрен ҡайғыртыуҙары - шатлыҡлы күренеш. Һаулыҡ дөрөҫ туҡланыу ғына түгел, ул ҙур комплекслы эш, - тип сәләмәтлек байрағын ҡала хакимиәте башлығына тапшырҙы.
Республика Кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Евгеньевна ла Салауат халҡын йәшлекте, һаулыҡты оҙаҡ йылдарға һаҡлап алып ҡалырға саҡырҙы. Әйтергә кәрәк, был үҙенсәлекле акция «Халыҡ сәләмәтлеге» көндәренә ярашлы биш йыл буйына үтә.
Программала кардиогим-настика, көс-дәрт биреүсе күнекмәләр һәм табиптар менән аралашыу ҡаралғайны. Ҡала паркында йыйылған барлыҡ студенттар бергәләп флешмобҡа ҡушылды. Шулай уҡ паркта төрлө йүнәлештәр буйынса «сәләмәтлек мәк-тәптәр»е ойошторолдо: туҡла-ныу, ҡан баҫымын үлсәү, кисек-тергеһеҙ ярҙам һәм йөрәк-үпкә реанимацияһы. Дауалау физ-культураһы белгестәре стресс һәм йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен еңеүгә йүнәлтелгән күнегеүҙәр яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Көн ярайһы уҡ эҫе булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ шығырым тулы ине. Тикшерелергә килеүселәрҙең күпселеген өлкән йәштәгеләр тәшкил итте. Медицина колледжы студенттары ла табиптарға ярҙамға сыҡты. Улар пациенттарҙың ҡан баҫымын, кәүҙә ауырлығын тикшерҙе, һаулыҡ тороштары хаҡында анкеталар тултырҙы.
Шулай уҡ теләгән һәр кем күҙ күреүсәнлеген, күҙ баҫымын тикшертте, электрокардиограм-ма үтә алды. Республика Кардиология үҙәге белгестәре был көндө ҡала дауаханаһында ла ауырыуҙарға кәңәштәр бирҙе.