Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
31 Май 2019, 10:36

Анализдар бир ҙә, һаулығыңды тикшерт

2019 йылдың 1 июленән Башҡортостанда табиптарҙы дәртләндереү тураһында хөкүмәт ҡарары үҙ көсөнә инә. Пациенттарҙа онкология сирен иртә стадияла асыҡлаған белгестәргә биш мең һумдан кәм булмаған күләмдә премия түләнә.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика Финанс министрлығына дәртләндереү сараларына аҡса табырға ҡушҡайны. Һөҙөмтәлә аҡса табылған.

«Әгәр беҙ яман шеште башланғыс этапта асыҡлаһаҡ, күп көс түкмәҫбеҙ, кешене ҡотҡара алырбыҙ. Табиптар ошо сиргә һуңғы стадияһында ғына иғтибар итһә, паллиатив ярҙам кәрәк, ләкин был осраҡта медицина көсһөҙ», - ти республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәксеһе Максим Забелин.

Уның һүҙҙәренсә, иртә стадияла асыҡланған яман шеште дауалау өсөн Башҡортостанда аҡса һәм медикаменттар бар.

Шуны билдәләп үтәйек: был сара «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән. «Онкология сирҙәренә ҡаршы көрәш» ярҙам программаһы ла ошо проектҡа индерелгән.

2019 йылдың беренсе кварталы йомғаҡтары буйынса, Башҡортостанда дөйөм үлем 16 957-нән (12,9 процент) 16 366 кешегә тиклем (12,4 процент) 0,5процентҡа кәмегән. Яҡынса 600 ғүмер ҡотҡарылған.

Онкология сирен асыҡлау маҡсатында, быйыл (ике йылға бер тапҡыр) 1946, 1948, 1952, 1954,1958,1960, 1964, 1966, 1970 йылғы граждандар тиҙәктәге йәшерен ҡанға бушлай анализ тапшыра ала. Был анализ ярҙамында кешелә эсәк яман шеше бармы-юҡмы икәнлеге асыҡлана.

1-се ҡала поликлинкаһының мөдире Финар Зәйнуллин әйтеүенсә, колоноскопия - бөгөн 60-80 процентҡа эсәк яман шешенән үлемде кәметергә булышлыҡ иткән файҙалы алым. Анализдар тапшырыу өсөн пациенттар диспансерлаштырыу бүлмәһенә йәки участка терапевтына саҡырыла. Өҫтәмә һорауҙар булғанда, поликлинканың администраторына 8(3476)38-55-25 телефоны аша шылтыратып белешергә кәрәк.
Читайте нас: