газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
27 Май 2019, 15:51

Врачтарҙың беҙгә килеүҙәренә өмөт бар

Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыған врачтарҙы артабан эшкә йүнәлтеү мәсьәләһе ҡаралды. Унда БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, БДМУ етәкселеге,төрлө ҡала-район медицина учреждениелары вәкилдәре ҡатнашты.

Бөтә ил буйлап һаулыҡ һаҡлау учреждениялары врач-тарға һәм урта медицина персоналдарына ҡытлыҡ кисерә. Был осраҡта һис шикһеҙ эшләп йөрөгән врачтарға икеләтә, хатта өсләтә йөкләмә алырға тура килә. Салауат дауаханаһында ла табиптар етмәй. Проблеманы хәл итеү өсөн йәш белгестәрҙе беҙҙең дауаханаларға йәлеп итеүҙең төрлө алымдары файҙаланыла. Был мәсьәләлә ҡала хакимиәте ярҙам ҡулы һуҙа.

Салауаттан клиник-эксперт эше буйынса баш врач урын-баҫары Сергей Тухтаров, педиатрия буйынса баш врач урынбаҫары Илгиз Шәнгәрәев, поликлиникалар мөдирҙәре Финар Зәйнуллин, Венера Акимова һәм хакимиәт вәкиле Галина Калинина БДМУ-ла буласаҡ врачтарҙы Салауатҡа саҡырыу буйынса эш алып барҙы. Уның һөҙәмтәһендә 5 йәш белгес маҡсатлы йүнәлтмә буйынса, 4 кеше төпләнеп эшләү өсөн беҙҙең ҡалаға күсенеп килергә риза булған.


Читайте нас: