газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
13 Май 2019, 10:54

Яман шеш - хөкөм ҡарары түгел, унан һаҡланыу юлдары бар

Хәҙерге йәмғиәттә онкологик сирҙәр - иң көнүҙәк һәм мөһим проблемаларҙың береһе. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, донъяла яман шеш сирҙәре һәм унан үлеү осраҡтары артҡандан-арта. Ҡаланың 2-се ҡала поликлиникаһы мөдире, врач-онколог, медицина фәндәре кандидаты Финар Зәйнуллин менән әңгәмәлә һүҙ сирҙе иҫкәртеү юлдары хаҡында барҙы.

- Финар Динар улы, яман шеш ниндәй сир, Салауатта был мәкерле ауырыуға дусар булыусылар күпме?

- Насар сифатлы шеш - күҙәнәктең генетик составы үҙгәреүенә бәйле ауырыу. Беҙ яман шеште иҫкәртеү хаҡында хәстәрлек күрмәйбеҙ, ә ошо сир барлыҡҡа килгәнгә тиклем йөрөйбөҙ. Хәл-торошто анализлағанда ололарҙа яман шеш күберәк табыла. Шуға күрә, яңы барлыҡҡа килгән шештәрҙе иртә стадияла асыҡлау өсөн даими рәүештә табипҡа күренергә, профилактик тикшереүҙәр үтергә кәрәк. Иртә стадияла дауалау ваҡытын үткәреп ебәрмәгәндә ғүмерҙе оҙайтырға була, сөнки табиптар ямаш шеш ауырыуҙарының 90-95 процентын дауаларға мөмкин, тип иҫәпләй. 2018 йылда онкология менән сирле 4810 кеше иҫәптә торған, уларҙың 597-һе былтыр асыҡланған. 272 кеше үлгән. Былтыр асыҡланғандар араһында яман шештең 1-се стадияһы менән - 159, 2-се стадияһы менән - 143, 3-сө стадияһы менән - 138, 4-се стадияһы менән 133 кеше иҫәптә. Быйыл 3 айҙа күрһәткестәр яҡшыраҡ, сөнки ауырыуҙарҙың яртыһы 1-2-се стадияла асыҡланған. Тимәк, уларҙың һауығып сығыуҙарына ышаныс ҙур. Бөгөн Салауатта онкологик сирле 24 бала иҫәптә тора.

- Яман шештән һаҡланыу юлдары бармы?

- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, онкология ауырыуҙарына ҡағылышлы хәл бөтә илдәге кеүек беҙҙә лә ҡатмарлы. Күптәр был сир менән ауырығанын һуңғы сиктә генә белә. Сирҙең төп сәбәбе - үҙебеҙҙе һаҡламауҙа. Беренсенән, тәмәке тартыу ғәҙәтенән ҡасырға кәрәк. Икенсенән, спиртлы эсемлектәр эсеү ҡәтғи тыйыла. Бик тә эсмәйенсә булдыра алмаһағыҙ, байрамда көслө булмаған затлы, сифатлы шараптан ауыҙ итергә мөмкин. Ҡояшта ҡыҙынғанда ла, туҡланғанда ла саманы оноторға ярамай. Спиртлы эсемлектәр тамаҡ йотҡолоғо яман шешен барлыҡҡа килтереүгә булышлыҡ итә.

- Беҙҙең ҡалала яман шештең ниндәй төрҙәре менән йышыраҡ ауырыйҙар?

- Күкрәк биҙе яман шеше тәүге урында килһә, артабан үпкә, ашҡаҙан, тамаҡ йотҡолоғо яман шеше. Күп кенә ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәрендә күкрәк биҙҙәре яман шеше билдәләрен тойоп врачҡа мөрәжәғәт итә. Маммография, флюорография, диспансерлаштырыу яман сирҙе асыҡлауҙа яҡшы ысул. Быйыл кешеләрҙең медицина тикшерелеүе үткәндә онкологияның 5 осрағы асыҡланған. Бынан тыш, йыл башынан йәш буйынса ҡайһы бер төркөм пациенттар Стәрлетамаҡ ҡалаһында тиҙәктәге йәшерен ҡанға анализ тапшыра ала. Был анализ ярҙамында кешелә эсәк яман шеше бармы-юҡмы икәнлеге билдәләнә. Халыҡ медицина тикшереүҙәренә битараф булмаһын ине. Быйылдан алып эш урынынан диспансерлаштырыу үтеү өсөн хеҙмәткәргә өҫтәмә ял көнө бирелә. Яман шештән операция эшләткәндәр ҙә, һауығып сыҡҡандар ҙа даими тикшерелеп торорға тейеш.

- Баш мейеһе яман шешен дауалап буламы?

- 1-се, 2-се стадия ваҡытында дауалау мөмкин. 3-сө, 4-се стадияла һыҙланыуҙарҙы еңеләйтеп кенә була. Яман шеш операция, нурҙар, химия терапия, гормон терапияһы ярҙамында дауалана. Быларҙың барыһы ла бушлай ҡаралған.

Гөлнора Йәмилева.

Автор фотоһы.


Яман шештең Тәүге билдәләре

Бөтә шештәр ҙә зыянһыҙға һәм зыянлыға бүленә. Зыянһыҙҙары (киста, липома) организмдың функцияһын боҙмайынса, уратып алған туҡымаларҙы этәреп үҫә. Ә зыянлылары туҡыманың эсенә үтеп инеп, уға һәм ағзаның бөтә функцияһына зыян килтереп, тотош организмды ағыулай.

Онкология процесының тәүге билдәләрен кеше, ғәҙәттә, икенсе ауырыуҙың билдәләре йә дөйөм хәлһеҙлек тип ҡабул итә. Әммә бер ниндәй сәбәпһеҙ түбәндәге торош күҙәтелә икән, хәүефләнергә урын бар:

- даими хәлһеҙлек; тиҙ арып барыусанлыҡ; йоҡоһоҙлоҡ; организмдан сыҡҡан тәбиғи бүленделәрҙә ҡан таптары күренеүе; тирелә йә тире аҫтында ҡаты төйөр барлыҡҡа килеү; ашҡаҙан тирәһенең борсоп тороуы, аппетит юғалыу; бер ниндәй сәбәпһеҙ ябығыу; төрлө урында элек булмаған ауыртыу барлыҡҡа килеү; йүтәл һәм күкрәк ситлегендәге ауыртыу, ҡан йүткереү.

Ошо билдәләр күҙәтелә икән, мөмкин тиклем тиҙерәк табипҡа күренергә кәрәк.


Читайте нас: