Табиптар был ауырыуға етди ҡарарға кәңәш итә. Ғәҙәттә вирусты тәбиғәттә урман, ҡыр сысҡандары йөрөтә. Кешегә сир уларҙың һейҙеге, тиҙәге, киме-реүселәр булған урындағы һауа, туҙан аша йоға. Ауырыуҙың тәүге билдәләре күренгәнсе 7 - 14 көн, иң күп тигәндә 1,5 ай үтеүе мөмкин. Тән температураһы 38-40 градусҡа ҡәҙәр күтәрелә, баш ауырта, хәлһеҙлек тояһың. Дүртенсе-бишенсе көндө эс, бил ауырта башлай, һейҙек миҡдары кәмей, был бөйөр эшмәкәрлегенең боҙолоуы менән бәйле.
Әлеге сирҙән һаҡланыу бары тик үҙебеҙҙән генә тора. Кимереүселәрҙең аҙыҡ-түлек ҡуйылған урынға үтеп кереүенә юл ҡуймаҫҡа, биналарҙы йыйыштырып, дезинфекциялап торорға кәрәк. Ял итергә тәбиғәт ҡосағына сыҡҡанда ла үлән тәпәш булған ерҙе һайларға кәңәш ителә. Ултырған урында ризыҡты ябыулы һауытта тоторға, ҡалдыҡтарҙы теләһә ҡайҙа ташламаҫҡа, йыйып барырға кәрәк. Һыуҙы өйҙән алып килеү мәслихәт.
Яҙын ҡала халҡы дачаларға йүнәлә. Дача өйҙәрен битлек кейеп, махсус сығарылған химик саралар ҡулланып йыйыштырыу талап ителә. Әлбиттә, шәхси гигиена талаптары һаҡланғанда сир эләктереүҙән ҡурҡаһы юҡ.