- БР-ҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Башҡортостанда тар профилле табипҡа 1 миллион һум түләү тураһында документ әҙерләгән, уға республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡул ҡуйған. Быйылдан башлап юғары белемле, йәше 50-нән артмаған һәм кадрҙарға ҡытлыҡ булған дауаханаға барыусы белгескә бюджеттан миллион һум бирелә. Исемлектә акушер, гинеколог, анестезиолог, реаниматолог, онколог, уролог һымаҡ һөнәрҙәр бар. Программала Башҡортостандан ситтә йәшәүселәр ҙә ҡатнаша ала.