Папиллома вирусының билдәле бер төрҙәре - ябай сөйәлдәр. Сөйәл организмға ҡаты папиллома вирусы үтеп инеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Әгәр ҙә кешегә вирус эләгеп барыусан икән, ул саҡта тиреләге бәләкәй генә яраның да сөйәлгә әйләнеүе ихтимал. Һытҡынан ҡала, сөйәл иң киң таралған тире ауырыуы һанала. Аҡһыл, һоро йә иһә тире төҫөндәге ҡалҡып тороусы төйөрсәләр һәр кемгә яҡшы таныш. Статистика буйынса, халыҡтың 75 проценты бер тапҡыр булһа ла был проблема менән осрашҡан, ә ун процентында ул ғүмер буйы бар. Сөйәл сәләмәтлек өсөн хәүефле түгел - уның тирегә төпкә үтеп инеүсе тамырҙары юҡ. Шулай ҙа улар күп кенә мәшәҡәт тыуҙыра.
Сөйәл ҡапыл ғына барлыҡҡа килә. Берәү генә лә булыуы мөмкин, ваҡ-ваҡ ҡына төркөм-төркөм дә килеп сыға. Сөйәлдең төрҙәре күп, ә иң йыш осрағаны, ғәҙәттә, ҡулда, бармаҡтарҙа була. Иң ныҡ уңайһыҙлыҡ тыуҙырғаны аяҡ табанында барлыҡҡа килгәндәрелер, моғайын. Улар атлап йөрөгәндә ауырта, һөҙөмтәлә бер нисә аҙым баҫыуы ла ҙур михнәткә әүерелә. 40 йәштән һуң кешеләрҙә һорораҡ төҫтәге сөйәлдәр күренә башлай. Улар күкрәктә, арҡа өлөшөндә күберәк була. Ҡағиҙә булараҡ, сөйәл вирусы дымлы һауаны ярата. Шуға күрә лә бассейнда, мунсала аяҡҡа еңел сандали кейеп йөрөргә кәрәк.
Сөйәлде яндырып, соҡоп, туңдырып, лазер ярҙамын-да дауалайҙар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был операциялар ауыртыныуһыҙ үтмәй һәм гел генә ярҙам да итмәй. Бер ерҙән алып ташлаһаң, сөйәлдең икенсе урында барлыҡҡа килеү осраҡтары ла билдәле. Иң беренсе сиратта ысынлап та сөйәл икәнлегенә инанығыҙ, миң йәки башҡа нәмә булып ҡуймаһын.