газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
8 Февраль 2019, 13:03

Тырыш, спортсы һәм дә сибәр

Ошо һүҙҙәр Дилә Шиһаповаға тап килеп тора. Сөнки был гүзәл зат бар яҡтан да өлгө булырлыҡ. Ул шулай уҡ һайлап алған изге һөнәрен яратып башҡарған, хәстәрлекле, яуаплы табиптарҙың береһе.

Ейәнсура районында тыуып үҫкән ҡыҙ бәләкәйҙән врач булырға хыяллана. Өфөлә Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт гимназияһын тамамлағас, медицина институтына уҡырға инә. Акушер-гинеколог һөнәре алған йәш табип тыуған яғында хеҙмәт юлын башлай. Тырыш ҡыҙ 2000 йылда интернатура ла тамамларға өлгөрә. Ике йыл районында һөнәре буйынса эшләгәндән һуң, Салауат ҡалаһына килеп төпләнә. Әлеге көнгә Дилә Сөләймән ҡыҙы егерме йылға яҡын хеҙмәт стажы туплаған. Ул белемен камиллаштырыу маҡсатында, Өфөлә «Кольпоскопия», Ҡаҙанда «Гинеколог-эндокринолог» һөнәрҙәрен үҙләштерә.

Ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәтлеге һағында торған тәжрибәле врач рәхмәт һүҙҙәрен үҙ тормошонда бик йыш ишетә. Дилә Сөләймән ҡыҙында шуныһы һоҡландыра: ауырыуҙы айырым бер ихласлыҡ менән ҡабул итә, фәһемле кәңәштәр биреп, яғымлы һүҙҙәре менән дә дауалай.

- Ҡанатланып эшкә килһәң, йүгереп өйөңә ҡайтһаң, шул бәхет, тиҙәр бит. Мин дә эшемде яратам, ә өйөмдә мине көткән яҡындарым бар, Аллаға шөкөр, - ти беренсе категориялы белгес. - Ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаулығын нығытыу буйынса ҙур саралар күрелә. Бер кем дә сәләмәт-легенә битараф булмаһын ине.

Дилә Сөләймән ҡыҙы һәм уның тормош иптәше Сәхәбит-дин Ишмырҙа улы Шиһапов-тар - ҡалабыҙҙың өлгөлө ғаиләләренең береһе лә. Улар ун алты йыл бергә татыу ғүмер кисереп, ике балаға ғүмер биргән. Өлкән улдары Арслан республика инженер лицейында 8-се класта белем ала. Кескәй Данияр - 25-се башҡорт гимна-зияһының 3-сө класс уҡыусыһы. Улдарының яҡшы уҡыуы, кон-курс-олимпиадаларҙа еңеүҙәр яулауы ата-әсәһенә һөйөнөс.

Уңған хужабикә үҙ миҫалын-да балаларында спортҡа һөйөү тәрбиәләй. Дилә Сөләймән ҡыҙы буш ваҡыттарында театрға, спорт залына, бассейнға йөрөй. Йүгереү буйынса республика кимәлендә үткән ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Уның тағы ла бер шөғөлө - ниндәй миҙгел булыуға ҡарамаҫтан, матур тәбиғәт ҡосағына походҡа йөрөү. Ул илебеҙҙең байтаҡ ҡына тауҙарына күтәрелгән.

Ҡатын-ҡыҙҙар табибы - донъяла иң кәрәкле, шул уҡ ваҡытта яуаплы һөнәр. Ихтирам һәм ышаныс яулау өсөн врачҡа бөтә белемен, тырышлығын һалырға тура килә. Был йәһәттән Дилә Шиһапова үҙ эшенең оҫтаһы, тип әйтергә ныҡлы нигеҙ бар.


Читайте нас: