Ил Президенты кә-ңәшмәһендә лә был мәсьә-ләгә туҡталдылар. Һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова әйтеүенсә, киҙеүгә ҡаршы үҙебеҙҙең вакцина яҡшы һөҙөмтә күрһәткән. Министр киләсәктә бер юлы дүрт төр вирустан һаҡлаусы тағы ла яҡшыраҡ вакцина сығарыласағын да билдәләне.
“Роспотребнадзор” хәбәр итеүенсә, ғинуарҙа республикала киҙеүҙең тәүге осраҡтары теркәлгән. Беҙҙең ҡалалағы хәлдәр торошо тураһында ведомствоның Салауат ҡалаһы һәм Ишембай районы буйынса территориаль бүлеге начальнигы Рәзилә Баһаутдинова һөйләй.
- Салауатта ла киҫкен респиратор инфекциялар менән сирләүселәр һаны артты. Киҙеү тән темпера-тураһы күтәрелеүҙән башлана. Баш, күҙҙәр, быуындар ауырта. Тәүге 3-5 көн иң ҡатмарлыһы һанала. Кеше 8-10-сы көнгә йүнәлә башлай. Ауырыу йоғошло булғанға күрә, профилактик сараларҙы теүәл үтәгеҙ. Халыҡ күпләп йөрөгән урындарға барғанда медицина битлеге ҡулланығыҙ. Уны ике сәғәт һайын алмаштырырға кәрәк. Урамдан кергәс ҡулығыҙҙы мотлаҡ һабын менән йыуығыҙ. Танауығыҙҙы ла сайҡарға онотмағыҙ. Бүл-мәне даими елләтеү мөһим. Дөрөҫ туҡланыу организмды нығытыуға булышлыҡ итә. Рационға А, С витаминдарын индерегеҙ, һөтлө ризыҡтарҙан баш тартмағыҙ, балыҡ, иткә лә өҫтөнлөк бирегеҙ. Сәләмәт тормош рәүеше алып барығыҙ, туйғансы йоҡлағыҙ. Ауы-рыуҙың тәүге билдәләрен тойоу менән табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Сирҙе айырыуса бәләкәй балалар, оло йәштәгеләр һәм хроник сирле кешеләр ауыр үткәрә. Табиптың күрһәтмәһе буйынса иммунитетты күтәрә торған, вирусҡа ҡаршы препараттар ҡулланығыҙ. Әлбиттә, при-вивка яһатыу иң яҡшы сара булып ҡала. Әммә уны эпидемия осоро башланғансы эшләтергә кәрәк.
Киҙеү - аяуһыҙ, уны ваҡытында һәм дөрөҫ дауаламау һаулыҡҡа ифрат ҙур зыян килтереүе, хатта үлемесле осраҡҡа еткереүе ихтимал.