Ойоштороусыларҙың һүҙҙәренсә, сарала өлкәндәр ҙә, балалар ҙа теләп ҡатнашҡан.
- Йүгерергә тип дәртләнеп килгән уҙышсыларҙы көндөң апаруҡ һыуыҡлығы ла ҡурҡытманы. Фекерҙәштәрҙең арыу йыйылыуы күңелдәргә дәрт өҫтәне. Бәләкәй генә балаларҙың булыуы кәйефтәрҙе тағы ла күтәрҙе. Тимәк, улар киләсәк тормошто эскелек, тәмәке менән бәйләргә түгел, сәләмәт тормошҡа өҫтөнлөк бирергә кәрәклеген әленән үк аңлай, - ти Ринат Риф улы.
Спорт һөйөүселәр мәҙәниәт һәм ял паркында саф һауала рәхәтләнеп йүгергәндән һуң, йылы сәй, тәмлекәстәр менән һыйланған.