газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
9 Ғинуар 2019, 13:54

Һәр нәмәлә сама кәрәк

Ҡатын-ҡыҙҙар ябығыу өсөн ниндәй генә диета тотоп ҡарамай. Ҡайһы саҡта ул һөҙөмтә бирә, әммә киреһенсә булыуы ла ихтимал. Ас йөрөйҙәр ҙә, “ысҡынып”, ныҡ ҡына ашай башлайҙар. Сөнки гел генә үҙеңде тыйып та булмай бит. Ябығыу өсөн диета тоторға кәрәкме, бәлки, физик күнекмәләр менән шөғөлләнеп, әҙерәк ашарға өйрәнергә генәлер?

Ҡайһы бер гүзәл зат, кинәт кенә ҡаты диетаға ултырып, тиҙ генә ябығам, тип уйлай. Әммә был хата фекер. Беренсенән, организм өсөн стресс булһа, икенсенән, өйрәнелгән ғәҙәттәрҙән, ризыҡтарҙан еңел генә баш тартыуы ҡыйын. Һомғол кәүҙәле булырға хыялланыусылар бик күп хата ебәрә икән.

Һуңғы өс йылда Google-да үҙ аллы һауығыу темаһына һорауҙар биреү йөҙләтә артҡан. Бындай темалар буйынса сайттар һаны ла күбәйгән. Ҡыҙғанысҡа күрә, бөтә был ресурстарҙы ла медицина белеме булған кешеләр тултырмай шул. Һис шикһеҙ, бер генә дипломлы врач та, үҙҙәренә-үҙе диагноз ҡуйып дауаланыу ысулын эҙләгәндәргә, интернет аша кәңәштәр бирмәй. Диета-диета менән, ә ябығыу синдромы бөтә донъя буйлап трагедиялы эҙемтәләргә килтерә башланы. Быға күп төрлө ғибрәтле миҫалдар бар.

Дауаханаларҙың береһендә операция өҫтәленә 39 йәшлек бер ханым килеп эләгә. Бисара ҡатын интернетта сираттағы роликты ҡарағандан һуң, йыуан эсәген таҙартып ябығам тип, 2 литр соя соусын эсә. Күп тә үтмәй ханым иҫен юғалта, ире ашығыс ярҙам машинаһын саҡырта. Дауаханаға барғанда зыян күргән кешенең йөрәге туҡтай. Шулай итеп, ҡатындың организмына 200 грамм тоҙ эләгә. Врачтар фекеренсә, был доза үлемесле иҫәпләнә.

Составында ҙур күләмдә натрий булған соя соусы, ҡатындың ашҡаҙанына инеп, уның бөтә органдарынан ашығыс рәүештә һыуҙы тартып ала. Башта йотоу менән проблема барлыҡҡа килә, артабан паралич һуға. Уның артынан мейеһе лә йәрәхәтләнә. Врачтар ҡатынға глюкозалы һыу индерә. Күҙәнәктәр шәкәр алғандан һуң, ҡан шыйығая башлай һәм ханымдың хәле рәткә керә.

Зыян күреүсе дауаханаға эләккәнгә тиклем, һуңғы алты айҙа ябығыу өсөн бары тик балыҡ һәм аҡ икмәк кенә ашай. Илле килограмға ла етмәгән бисара ашығыс ярҙамды саҡырғанға хәтлем 3 аҙна элек 12 килограмға ябыҡҡан булған.

Тап тышҡы матурлыҡ өсөн янған гүзәл заттар ябығам тип ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуя. Бер көн килеп ысынбарлыҡты аңлау, күңел ҡайтыу төҙәтә алмаҫлыҡ хаталарға килтереүе ихтималлығын онотмаһын ине, ҡыҙҙар.


Читайте нас: