Ошо көндәрҙә Башҡор-тостандың ҡала һәм район дауаханаларына 23 ашығыс медицина ярҙамы автомо-билдәре тапшырылды. Был автомобилдәр федераль бюджет аҡсаһы иҫәбенә һатып алынған. Бынан тыш, республика Хөкүмәтенән тағы 172 ашығыс ярҙам автомобилен һатып алыу өсөн аҡса бүленгән, улар төбәктең район-ҡалалары автопарктарын һиҙелерлек тулыландырырға һәм яңыртырға тейеш.
Автомобилдәр иң кә-рәкле медицина ҡорамал-дары менән йыһазланды-рылған: үпкәне яһалма елләтеү, дефибриллятор, электрокардиограф, ингалятор, пульсоксиметр, ҡандағы глюкоза кимәлен экспресс-үлсәү һәм башҡа медицина ҡорамалдары бар. Ашығыс ярҙам авто-мобилдәренең бөтәһенә лә ГЛОНАСС навигация ҡорамалы ҡуйылған.
- Һүҙ юҡ, бындай ҡорамалдар менән йы-һазландырылған машина беҙгә бик кәрәк. Ҡайһы бер осраҡта минуттар түгел, секундтар һанаулы, алтынға тиң ваҡыттар була. Кешегә тиҙ медицина ярҙамы күрһәтеү талап ителә. Саҡырыу алғас та, 2 минут эсендә йыйынып, билдәле адрес буйынса сығырға тейеш-беҙ. Юлдарҙың да, һауа торошоноң да төрлө саҡтары була. Шунлыҡтан машинаның төҙөк булыуы беҙҙең яуаплылыҡта. Ә инде яңы техника үҙен оҙайлы ваҡыт һынатмаҫ, тигән өмөттәбеҙ, - ти ҡаланың Ашығыс медицина ярҙам күрһәтеү бүлеге мөдире Дмитрий Артомонов.