газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
12 Ноябрь 2018, 11:36

Иң мөһиме - балаларҙы яратыу

«Беҙҙең участка педиатры үҙ эшен яҡшы белә. Оҙаҡ йылдар эшләй. Балаларымды ҡараны, хәҙер ейәнсәрҙәрем менән уға йөрөйбөҙ. Фиҙаҡәр хеҙмәте маҡтауға лайыҡ. Гәзит биттәрендә уның тураһында мәҡәлә донъя күрһә, бик яҡшы булыр ине». Бына ошондай үтенес менән мөрәжәғәт итте гәзит уҡыусыбыҙ Рима Дауытова. Табиптың үҙе менән яҡыныраҡ танышыр өсөн балалар поликлиникаһына юлландым.

Ҡабул итеү башланырға сәғәттән ашыу ваҡыт бар. Ә педиатр Наилә Бәшированың кабинеты асыҡ. Һаҡ ҡына ишек шаҡып, эскә үтәм. Табип күптән эш өҫтәле артында. Амбулатор карточкалар тау кеүек өйөлгән.

- Бигерәк иртәләгәнһегеҙ, - тим.

- Һуңларға яратмайым. Эләгә-тәгәрәй килеп кереп эш башлап булмай, - тине ул яуап итеп.

Наилә Миҙхәт ҡыҙының күңеленә кесе йәштән үк мотлаҡ балалар табибы буласаҡмын, тигән уй инеп оялай. Теүәл фәндәрҙе яҡшы үҙләштереү медицина институтына инеүҙә ауырлыҡтар тыуҙырмай. Уҡыуын тамамлағандан һуң Салауатҡа эшкә ҡайта. Хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу бар. Бына 38 йыл инде ул балалар һаулығы һағында.

- Балаларҙы яратмайынса педиатр булыу мөмкин түгел. Эшем оҡшай, 40 йылға яҡын бер урында эшләүемдең төп сере лә шундалыр, моғайын. Әле ике участканан яҡынса 900 баланы хеҙмәтләндерәбеҙ. Поликлиникала ҡабул итеүҙән тыш, йорттан-йортҡа йөрөп, бәләкәстәрҙең сәләмәтлеген күҙәтәбеҙ. Тышта ниндәй һауа торошо булыуға ҡарамаҫтан, кескәйҙәр янына барыу мотлаҡ. Был үҙеңдең сәләмәтлегеңә лә ыңғай йоғонто яһай. Йүгерә-атлай бараһың, ҡаттан-ҡатҡа йөрөйһөң. Аралашыуҙан да күңел күтәрелә. Айырыуса яңы тыуған сабыйҙар янына барһаң, яңы һулыш асылған кеүек итеп хис итәһең. Ауырлыҡтарға зарланмайым. Үҙем теләп һайлаған һөнәр, - ти тәжрибәле табип.

Ваҡыты етер-етмәҫтән педиатр балаларҙы ҡабул итә башланы. Тәүгеләрҙән булып өс йәшлек Эмиль керҙе. Әсәһе бер аҙна элек улының йүткереүенә, эсе ауыртыуына зарланып мөрәжәғәт иткән булған. Бөгөн улар ҡабат тикшерелергә килгән. Наилә Миҙхәт ҡыҙы бала менән ихлас аралашты, хәлдәрен һорашты, тын юлдарын тыңланы, тамағын ҡараны.

- Маладис малай ул, тиҙ йүнәлә. Әле лә ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр бар. Балалар баҡсаһына барырға мөмкин, - тип арҡаһынан тупылдатып яратып ҡуйҙы.

Эмилдең әсәһе Лилиә Ибраһимова ла табип тураһында ыңғай фекерҙә.

- Яҡшы табип. Дауалауы бик килешә. Талапсан, әммә ғәҙел. Иң мөһиме, балаларҙы ярата. Телефон аша ла теләһә ниндәй ваҡытта унан кәңәш һорарға була, - тине әсә.

Наилә Миҙхәт ҡыҙының шәфҡәт туташы Фәйрүзә Исрафилова - табиптың уң ҡулы. 12 йыл бергә эшләйҙәр. Уның хеҙмәт стажы 50 йылға яҡын.

- Китәм-китәм, тип һаман эшләп йөрөйбөҙ әле. Йәштәр бик килеп бармай. Наилә Миҙхәт ҡыҙы изге күңелле кеше. Ҡабул итеү ваҡыты үтһә лә, бер кемде лә кире бороп сығармай. Ҡысҡырып, әрләгәнен бер ҡасан да ишетмәҫһең, - ти Фәйрүзә Низаметдин ҡыҙы.


Читайте нас: