Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
28 Сентябрь 2018, 16:06

Булһа шарттар, артыр тыуым да

Бала табыу йорто серле лә, мөғжизәле лә урын.Тап унда донъяға кешене ҡабул итәләр, сабыйҙар тәүге ауазын һала. Был - яуаплы һәм изге ғәмәл, ә ныҡлабыраҡ уйлаһаң, хәүефле лә. Йөклөлөк ваҡытында үҙен бынамын итеп тойған ҡатын ғәзизен донъяға килтергәндә көтөлмәгән ҡаршылыҡтарға осрауы ихтимал. Бына шуның өсөн ҡатын-ҡыҙҙар өсөн уңайлы шарттарҙың булдырылыуы бик мөһим.

Ҡала бала табыу йортоноң күптән ремонт күрмәүе күптәрҙә борсолоу тыуҙыра ине. Ниһайәт, боҙ урынынан ҡуҙғалды. Инвесторҙар был эште үҙ ҡулдарына алды. Салауат перинаталь үҙәгенең яңы директоры Альбина Фатихова менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.

- Альбина Изаил ҡыҙы, Салауат бала табыу йортоноң хәҙер яңы исеме лә бар икән.

- Элек был учреждение ҡала дауаханаһы составында ине. 1 апрелдән ул «Салауат перинаталь үҙәге» автономиялы ойошма итеп үҙгәртелде.

- Был бинаға ҡасан капиталь ремонт үткәрелгән?

- 40 йыллап элек тиһәм дә хата булмаҫ. Әлбиттә, уның ҡайһылыр бүлектәренә өлөшләтә ремонт яһалған. Әммә ныҡлы үҙгәрештәр күрмәгәненә хәтһеҙ ваҡыт.

- Билдәле булыуынса, был йәһәттән эштәр алға китмәксе. Шул турала ни әйтерһегеҙ?

- Былтыр декабрь айында дәүләт менән шәхси ойошма араһында килешеү төҙөлдө. Уға ярашлы, инвестор өс йыл эсендә бинаны капиталь ремонтларға тейеш, йәки 2020 йылдың февраленә бала табыу йортонда, гинекология бүлегендә ремонт тамамланырға тейеш.Планда - санитар талаптарға яуап бирерҙәй яңы операция бүлмәләрен булдырыу, булғандарын ҡайтанан үҙгәр-теү, санитария узелдарын йүнәтеү, әсә менән сабыйҙы ҡаршы алыу бүлмәләрен яңыртыу. Бынан тыш, үҙәкте юғары технологиялы медицина ҡорамалдары менән тәьмин итергә бурыслыбыҙ.

- Ә уларҙа эшләү өсөн белгестәр етәме?

- Бында яҡшы белгестәр бар, әммә аҙыраҡ. Шуға уҡыуын тамамлаған йәш табиптарҙы йәлеп итергә, улар менән килешеүҙәр төҙөргә ниәтләйбеҙ.

- Төп инвесторҙар кем?

- Мәскәү һәм Екатеринбург ҡала-ларынан «Генус» йәмғиәте компа-ниялары төркөмдәре.

- Ҡала халҡын тағы ла бер һорау борсой: хеҙмәтләндереү тулыһынса түләүле булмаҫмы?

- Борсолорға урын юҡ. Бала табыу йорто дәүләт гарантиялары программаһы буйынса нисек эшләгән, артабан да шулай буласаҡ. Беҙ ҡатындарҙы страховка полистары буйынса бушлай хеҙмәтлән-дерәбеҙ. Әлбиттә, теләктәре булғандар түләүле хеҙмәттәрҙән файҙалана ала.

- Һеҙ - коллективта яңы етәксе. Алдығыҙға тәүмаҡсат итеп нимәне ҡуяһығыҙ?

- Пландар күп, әммә уларҙы бер көндә генә тормошҡа ашырыу мөмкин түгел, ә билдәле ваҡыттан һуң һөҙөмтәләр күренер. Әле иң мөһиме - коллективты яңы үҙгәрештәргә әҙерләү. Хеҙмәткәрҙәр заман менән бергә атларға, уның талаптарына яуап бирергә бурыслы. Был йортҡа килеүҙән кешеләрҙә матур хәтирәләр генә ҡалһын. Һәр пациентҡа ыңғай мөнәсәбәт, яҡшы ҡараш булғанда ғына быға ирешергә мөмкин. Яҡшы шарттар тыуымдың артыуына булышлыҡ итеренә өмөтләнәбеҙ.

- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.


Читайте нас: