Республикала «ВИЧ-ҡа тест: экспедиция» Бөтә Рәсәй акцияһы үткәйне. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының проекты Рәсәйҙең 30 төбәгендә, 120 ҡалаһында ойошторолдо. Салауатта был сара 6 сентябрҙә уҙҙы. «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәге майҙансығында мобиль пункт-тар булдырылды. Бөтә мөрәжәғәт итеүселәр ҙә аноним һәм бушлай тест үтте. Ҡалала йәшәүсе 191 кеше ВИЧ-ҡа тикшерелеү үтергә теләк белдергән. Һөҙөмтәлә шуларҙың дүртеһендә ВИЧ ауырыуының барлығы асыҡланған. Инфекция сирлеләрҙең йәше - 35 йәштән алып.
Башҡортостанда акция барышында ВИЧ-тың 27 осрағы асыҡланған, шуларҙың 12-һе иҫәптә булған. Был күрһәткес теләк белдереп тест үтеүселәр араһында ғына асыҡланған. Өйҙә ятып ҡалыусылар араһында ла бындай сирлеләр булыуы ихтимал. Уйланырға урын бар.