- Татьяна Сергеевна, һеҙ-ҙең учреждениеға башлыса ниндәй сирҙәр менән мөрә-жәғәт итәләр? Ниндәй анализдар тапшыралар?
- Тире ауырыуҙары бере-беҙҙе лә урап үтмәй. Һәр кем көндәлек тормошта тиреһен бешереп тә ала, теге йәки был ере киҫелеп-сыйылып та китә. Тәү ҡарашҡа, тире проблемалары ябай ғына кеүек - уларҙы күҙ менән күреп тә асыҡларға мөмкин. Әммә был һәр осраҡта ла шулай түгел, тире ауырыуҙары күп төрлө һәм бик йыш уларҙы диагностикалау, дауалау ауыр. Шуға ла тәүҙә беҙгә килеп тикшерелеү мотлаҡ. Сирҙе асыҡлау өсөн микроскопик тикшереү үткәрелә: бәшмәктәрҙе асыҡлау өсөн тирене ҡырып алыу, ҡандың дөйөм анализы, биохимияһы, ҡанда сифилис, гепатит, ВИЧ-инфекцияһын асыҡлау, гонореяға, кандидозға мазок алыу һәм башҡалар.
- Ҡағиҙә булараҡ, енси юл менән таралған сир йоҡторған кешеләр дауаха-наға килергә ҡурҡа. Был турала эш урындарына хәбәр ителәме?
- Юҡ, медицина ярҙамы менән мөрәжәғәт иткән пациенттар тураһында мәғлүмәттең таралыуына юл ҡуйылмай. Әгәр ҙә үҙегеҙҙә, йә яҡындарығыҙҙа йоғошло тире ауырыуҙары билдәһе күренһә, кисекмәҫтән табипҡа күренегеҙ. Ул һеҙгә тап килгән дауалау терапияһын билдәләр.
- Ниндәй сирҙәр венерик ауырыуҙарға ҡарай? Ҡайһылары менән урологка һәм гинекологка барырға?
- Венерик сирҙәргә гонорея, сифилис, йомшаҡ шанкр, лимфогранулематоз йәки IV венерологик ауырыу, донованоз инә. Ҡалған елһенеү процестары һәм кесе янбаш органдары гинекологта һәм урологта тикшерелә. Балалар башлыса атопик дерматит менән сирләй. Сирле пациенттарҙы тикшереү, күҙәтеү һәм дауалауҙы диспансерҙың врач-венерологы алып бара.
- Билдәле булыуынса, һеҙ етәкләгән учреждениела өҫтәмә хеҙмәттәр күрһәтелә. Улар тураһында һөйләп китһәгеҙ ине.
- Эйе, беҙҙең диспансерҙа өҫтәмә хеҙмәттәр ҙә бар: криодеструкция (сөйәлдәрҙе, папилломаларҙы яндырыу), ҡалҡан биҙе гармондарына тикшерелеү үтеү.
- Ҡала халҡына теләк-тәрегеҙ.
- Тирелә сабыртма, таптар, эренле һытҡылар барлыҡҡа килгәндә, ҡысытҡанда, ҡауаҡ-ланғанда, төҫө үҙгәргәндә, сәс ҡойолғанда, тырнаҡтарҙың төҫө һәм формаһы үҙгәргәндә мотлаҡ дерматологҡа мөрә-жәғәт итегеҙ. Сирҙең тәүге билдәһе күренеү менән врачҡа мөрәжәғәт итһәгеҙ, ваҡытында уны асыҡлап, дауалап була. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ. Сәләмәт булығыҙ!