газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
21 Май 2018, 11:07

Йәнгә рәхәт, тәнгә сихәт

Һөлөк кешегә өс мең йыл самаһы хеҙмәт итә. Гиппократ, Әбүғәлисина, Пирогов уны төрлө ауырыуҙарҙы дауалау өсөн файҙаланған. Һөлөктөң тәбиғәттә осра­ған йөҙҙәрсә төрөнән бер нисәһе генә медицинала ҡулланыла. “Медсервис“ клиникаһының врачы Рәйсә Усманова ошо дауалау ысулы тураһында һөйләй.

Һөлөк кешегә өс мең йыл самаһы хеҙмәт итә. Гиппократ, Әбүғәлисина, Пирогов уны төрлө ауырыуҙарҙы дауалау өсөн файҙаланған. Һөлөктөң тәбиғәттә осра­ған йөҙҙәрсә төрөнән бер нисәһе генә медицинала ҡулланыла. “Медсервис“ клиникаһының врачы Рәйсә Усманова ошо дауалау ысулы тураһында һөйләй.

- Рәйсә Рәмис ҡыҙы, бөгөн һеҙ кешеләрҙе һөлөк һалыу ысулын ҡулланып дауалайһығыҙ. Быға нисек килдегеҙ?

- Мәҙрәсәлә уҡып дини белем алдым. Пәйғәмбәребеҙ с.ғ.в билдәләүенсә, ҡан сығарыу файҙалы. Был миңә этәргес көс бирҙе. Быға тиклем дә беҙҙең клиникала ҡан сығарыу алымы ҡулланыла ине. Ун йыл тирәһе һөлөк менән дауалау серҙәрен өйрәнәм. Үткән йыл уҡып һөлөк менән һауыҡтырыу өсөн документ алдым. Быйыл ныҡлап эшкә тотондом.

- Ниндәй ауырыуҙарға һөлөк килешә?

- Ҡан сығарыу - борон-борондан ата-бабаларыбыҙҙың дауалау ысулы ул. Һөлөк ярҙамында дауаланыу ғәжәйеп сифаттарға эйә: уның һеләгәйе ҡанды шыйығайта, холестеринды иретә, сир таратыусы, хатта заманса антибиотиктар ҙа еңә алмаған микробтарҙы үлтерә, елһенеүҙе, аллергияны бөтөрә. Ул күҙ баҫымын төшөрә, күҙ туҡымаларының туҡланыуын нормаға килтерә. Кардио-логияла ла һөлөк киң ҡулланыла. Стенокардия өйәнәге, гипертонияны дауалауҙа һөлөктөң йоғонтоһо ҙур. Был осраҡта ҡан әйләнеше, веналағы ҡандың йөрөшө яҡшыра. Баш ауыртыу, баш әйләнеү, йөрәк тирәһендәге, ҡул һәм аяҡ бармаҡтарының ауыртыныуы үтә. Дауалау алдынан врач менән кәңәшләшеү мотлаҡ. Күп осраҡта лаборатор тикшеренеүҙәр ҙә талап ителә.

- Һөлөк менән дауалау ниндәй ауырыуҙарға ярамай?

- Гемофилия - ҡандың ойошоу-санлығы боҙолоуы, аҙ ҡанлылыҡ, юғары температура, биҙгәк, йоғошло ауырыуҙар ваҡытында, яман шеш диагнозы булыусыларға ҡуйырға ярамай.

- Бөгөн күберәк ниндәй сирҙәр менән мөрәжәғәт итәләр?

- Ҡан баҫымы юғары булыусылар, йөрәктең ишемия сирҙәре диагнозы ҡуйылыусылар, шешенеүгә килтергән артроз сирлеләр, фурункул сығып йонсоусылар күберәк мөрәжәғәт итә. Һуңғы арала баштары ауыртып яфаланыусылар күп килә башланы. Шулай уҡ гинекология мәсьәләләре буйынса ҡатын-ҡыҙҙар бихисап. Веналарҙың варикоз киңәйеүе булғанда, гепатитты дауалағанда яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеп була. Бауырҙы ошо ысул менән дауалау ҙур һөҙөмтә бирә. Һөлөк һалғандан һуң биохимия анализынан да ыңғай үҙгәреш күрергә мөмкин: билирубин, шәкәр юғары булған ферменттарҙың кәмеүе күҙәтелә. Прос-татит яҡшы дауалана, ыңғай һөҙөм-тә бирә. Беҙҙең һауыҡтырыу һәм реабилитациялау бүлеге дөйөм проб-лемалар менән шөғөлләнһә, гинекология проблемалары менән - ҡатын-ҡыҙҙар табибы.

- Был процедура барышында ҡан күп юғаламы?

- Юҡ. Сөнки веналарҙан ҡан алынмай, тик капиллярҙарҙан ғына. Был таҙа ҡан тип аталмай.

- Һөлөктәрҙе ҡайҙан алаһығыҙ һәм файҙаланылғандарын ни эшләтәһегеҙ?

- Фабрикаларҙа үҫтерелгән, сертификаты, лицензияһы булған ышаныслы фирмаларҙан медицина тәғәйенләнешендәге һөлөктәр генә алына. Ҡулланылған һөлөктәр юҡ ителә.

- Гәзит уҡыусыларға ниндәй теләктәрегеҙ бар?

- Һаулыҡ Аллаһтың ваҡытлыса бирелгән аманаты. Тормоштан йәм табып йәшәү, изге эштәр ҡылыу өсөн, иң беренсе, сәләмәтлек кәрәк. Һәр кеше теге йәки был ауырыуҙарға дусар булғансы, һаулығы тураһында ҡайғыртһын ине!
Читайте нас: