газета "Салауат"
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
14 Март 2018, 15:28

Тештәрҙе бәләкәйҙән һаҡлау зарур

«Теш» темаһы һәр ваҡыт актуаль. Быға айы-рыуса йәштән үк иғтибар итергә кәрәк, сөнки тап бәләкәй саҡта тешләнеш формалаша, һау тештәргә нигеҙ һалына. Балалар стоматология поликлиникаһының врач-стоматолог-ортодонты Айгөл Яхина менән тап ошо темаға һөйләшергә булдыҡ.

«Теш» темаһы һәр ваҡыт актуаль. Быға айы-рыуса йәштән үк иғтибар итергә кәрәк, сөнки тап бәләкәй саҡта тешләнеш формалаша, һау тештәргә нигеҙ һалына. Балалар стоматология поликлиникаһының врач-стоматолог-ортодонты Айгөл Яхина менән тап ошо темаға һөйләшергә булдыҡ.

- Айгөл Ниғмәтйән ҡыҙы, ҡыҫҡаса үҙегеҙ менән таныштырып үтегеҙ әле.

- Мин Бәләбәй ҡалаһында тыуып үҫтем. 2006 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетының «Стоматология» бүлеген, 2011 йылда ординатура тамамланым. Кейәүҙә, биш йәшлек ҡыҙым бар. Дөйөм эш стажым - 12 йыл.

- Ни өсөн тап ошо һөнәрҙе һайланығыҙ?

- Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тиҙәр бит. Һөнәрем миңә бик яҡын, сөнки әсәйем - стоматолог, олатайым - баш врач. Беҙҙең нәҫелдә өсөнсө быуын һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләй. Шуғамылыр, бала саҡтан уҡ теш врачы булырға хыялландым.

- Сер түгел, кескәйҙәр «һеҙҙән» ҡурҡа. Уларҙы нисек тынысландыра-һығыҙ?

- Һәйбәт стоматолог һаҡ ҡына дауалау-ҙан тыш, һәр пациент менән уртаҡ тел табырға тейеш, айырыуса балалар менән. Бының өсөн беҙгә психолог та, әкиәтсе лә ролен башҡарырға тура килә. Балаларҙың ҡурҡыуы ҡалмаһын өсөн улар менән тыныс ҡына, итәғәтле булырға тырышабыҙ.

- Һеҙгә идеаль тешле пациенттар осрағаны бармы?

- Бар, әммә бик һирәк. Дөйөм алғанда, ун процент кешенең генә тештәре һау-сәләмәт.

- Тештәрҙең һаулығы, ғөмүмән, ги-гиенанан ғына торамы?

- Юҡ, һәр ваҡыт түгел. Сәбәптәре лә бик күп. Тәү сиратта, экология һәм туҡланыу тәьҫир итә, нәҫел дә мөһим роль уйнай.

- Бер тешең дә ауыртмаған осраҡта стоматологка күренмәһәң дә булалыр?

- Профилактика өсөн йылына ике тап-ҡыр врачҡа күренеү мотлаҡ. Тешләнештең дөрөҫ булмауын, йәшерен кариес һәм башҡа төрлө ауырыуҙарҙы алдан иҫкәртергә була.

- Ниндәй аҙыҡ-түлектән баш тартырға кәрәк?

- Газлы һыуҙар тештәр өсөн генә түгел, дөйөм организм өсөн зыян. Икенсеһе, тәмле-томло ризыҡтарҙан да баш тартыу мөһим. Әммә бала саҡта шәрбәтһеҙ йәшәп буламы ни инде?! Теләгем шул - һәр нәмәне самалап ҡына ашарға тырышыу.

- Теш ауырыуҙары башҡа органдарға зыян килтерәме?

- Әлбиттә, бөтә органдар ҙа бер-береһе менән бәйле. Тештең насарлығынан киң таралған ашҡаҙан ауырыуы барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ә артыҡ борсолоу тештең үҙенә зыян килтерә.

- Һөт тештәрен дауалау кәрәкмәй, улар барыбер ҡойола, тигән фекер йөрөй. Бының тураһында нәмә әйтерһегеҙ?

- Ысынлап та, ата-әсәйҙәр һөт тештәренә әллә ни иғтибар итмәй. «Ваҡытлы» тештәр һау булғанда ғына башҡалары ла сәләмәт буласаҡ. Тештәр аҙыҡты сәйнәүҙә һәм телмәр артикуляцияһында ҡатнаша. Мәҫәлән, шыпылдап һөйләшеү һөт тештәрен дауаламағандан булыуы ла мөмкин. Әсә кеше ауырға ҡалғас та, баланың һаулығын уйлай башларға, дөрөҫ туҡланырға тейеш.

- Бәлки ниндәйҙер теләктәрегеҙ барҙыр?

- Көнөнә ике тапҡыр теш таҙартырға кәңәш итер инем. Ә тештәрҙең ныҡлығы өсөн алма, кишер кеүек ҡаты аҙыҡтар ашау мотлаҡ.

- Айгөл Ниғмәтйән ҡыҙы, әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Эшегеҙҙә уңыштар ғына юлдаш булһын!


Читайте нас: