газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
20 Февраль 2018, 18:03

Йөрәк ярып сыҡҡан бала ғүмерҙәре ниңә өҙөлә?

Ҡала дауаханаһының кәңәш-мәләр залында медицина советы ултырышы үтте. Унда уҙған йылға йомғаҡ яһалды. Сараны ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Дилбәр Мостафина алып барҙы.

Ҡала дауаханаһының кәңәш-мәләр залында медицина советы ултырышы үтте. Унда уҙған йылға йомғаҡ яһалды. Сараны ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Дилбәр Мостафина алып барҙы.


Тыуым да, үлем дә кәмегән

Тәү башлап һүҙҙе ҡала дауаханаһының баш врачы Ринат Хәбибуллин алды. Ул Салауаттағы демографик хәл тураһында һөйләне. Былтыр, 2016 йылға ҡарағанда, үлемдең 7 процентҡа кәмеүе күҙәтелгән. Шулай ҙа тыуым да аҙайған. 2017 йылда, 2016 йыл менән сағыштырғанда, донъяға ауаз һалыусы балалар һаны 236-ға кәмерәк. Ринат Абдулхан улы әйтеүенсә, ҡалала тыуым кимәленең төшөүенә халыҡтың «олоғайыуы», эшкә яраҡлы кешеләрҙең кәмеүе, ҡатын-ҡыҙҙарҙың һуң бала табыуы тәьҫир иткән.

Яҡшы яҡтар ҙа бар, хеҙмәткә яраҡлы кешеләрҙең үлеү осрағы кәмегән. 2016 йылға ҡарағанда, 89 кешегә аҙ. 44 процент үлемдең төп сәбәбе ҡан әйләнеше системалары ауырыуҙарына бәйле. Икенсе урында - яман шеш (17,3 процент), өсөнсөлә - тын алыу органдары (6,4 процент).Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, киҫкен миокарда инфарктынан үлеүселәр күбәйгән. Был ауырыуҙар медицина ярҙамына һуң мөрәжәғәт иткән. Тын алыу органдары сирҙәренән үлеүселәр һаны 41,8 процентҡа артҡан. Шуларҙың 46,7 проценты пневмониянан. Республикала был күрһәткес түбәнерәк.

Амбулатор-поликлиника ярҙамы

Былтыр Салауат ҡала дауаханаһы эшмәкәрлеге сифатлы медицина ярҙамын арттырыуға, демография хәлен яҡшыртыуға бәйле бурыстарҙы үтәүгә арналған. Ошо хаҡта медицина часы буйынса баш врач урынбаҫары Гүзәл Байбулатова доклад менән сығыш яһаны.

- Ҡаланың ике поликлиникаһында 98233 кеше өсөн тәүге медицина ярҙамы күрһәтелә. Бер терапия участкаһына уртаса 2004 кеше, яҡынса 640 диспансер ауы-рыу тура килә. Үткән йылда 15736 кеше диспансер иҫәпкә алынған, - тине ул.

Сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеүҙә иң мөһим йүнәлештәрҙең береһе - диспансерлаштырыу. 2017 йылда 24112 кеше тикшерелеү үткән. Һөҙөмтәлә өс сәләмәтлек төркөмө билдәләнгән. 5053 кеше 1-се төркөмгә, 8680 кеше 2-се төркөмгә, 10369 кеше 3-сө төркөмгә ингән. Тәүге ҡабул итеүҙә ниндәйҙер ауырыуға шик тыуһа, пациентҡа профилле табипҡа йүнәлтмә бирелә. Тикшерелгәндәрҙең иң күбе 3-сө төркөмдө тәшкил итә. Улар артабанғы тикшерелеүгә мохтаж кешеләр.

Диспансерлаштырыу барышында күбеһенсә эндокрин системаһы (30,8 процент), ҡан әйләнеше системаһы (22,9 процент) һәм нервы системаһы (21,4 процент) менән бәйле ауырыуҙар асыҡланған. Инфекция менән ауырыусыларҙың бер осрағы ла билдәләнмәгән. Шулар араһында 320 кешелә һимереү сире, 7 яман шеш осрағы, 97 һейҙек системалары ауырыуҙары теркәлгән. 8681 кеше диспансер иҫәпкә ҡуйылған.

Ҡала дауаханаһы стационарында 891 койка-урын бүленгән. Унда 24377 кеше сәләмәтлеген нығытҡан. Хирургия бүлектәрендә 6566 операция эшләнгән. Неврология һәм кардиология бүлектәрендә үлем осраҡтары күп булған. Көндөҙгө стационарҙа иһә 6962 пациент һауығып сыҡҡан.

Былтыр, 2016 йылға ҡарағанда, ашығыс ярҙам хеҙмәтен саҡыртыусылар һаны кәмегән. Тиҙ ярҙам бригадаһының юл-транспорт фажиғәһе урынына килеп етеү ваҡыты 20 минуттан артмай.

Медицина учреждениеларын бел-гестәр менән тәьмин итеү, уларҙың квалификацияһын камиллаштырыу - көн үҙәгендә торған мөһим бурыс. Салауат ҡала дауаханаһында 2118 кеше эшләй, шуларҙың 303-ө врач, 20-һе медицина белеме булмаған юғары белемле табип. Врачтар менән тәьмин ителеш - 56, уртаса медицина персоналы менән 83,3 процент тәшкил итә. 2017 йылда 20 табип эшкә алынһа, 26 белгес киткән.

Әлеге көндә ҡала дауаханаһында медицина учреждениеларына арналған көнүҙәк мәғлүмәтле рәсми сайт эшләп килә. Врачтар тарафынан электрон рәүештә үлем тураһында таныҡлыҡ, төбәк һәм федераль льготалар буйынса рецептар бирелә, ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары тултырыла.

Дауаханала лаборатор-тикшереү системаһы эшләй башлаған. Клиник-диагностик лабораторияла компью-терҙар һәм штрих-кодлы принтерҙар урынлаштырылған. Былар проба-ларҙың идентификация процесын тиҙләтеүгә булышлыҡ итә. Үткән йылдың ноябрендә стационарҙа электрон рентген күсермәләрен һәм маммографик тикшереүҙәрҙе төрлө дауаханала ҡарап булыу мөмкинлеге ойошторолдо. Бөтә эш урындары тиерлек персональ компьютерҙар менән йыһазландырылған.

Иғтибар үҙәгендә - балалар һаулығы

Педиатрия ярҙамы буйынса баш врач урынбаҫары Рәсимә Ғүмәрова балалар һаулығы тураһында һөйләне. Салауатта 28861 бала иҫәпләнә, шуларҙың 1504-е 1 йәшкә тиклемгеләр, 4347-һе үҫмер. 479 инвалид, 274 опекаға алынған, 80 аҫрауға алынған бала бар. Ҡала балалар поликлиникаһы сменаһына 480 бала ҡабул итә. Тәүлек әйләнәһенә эшләгән стационарҙа 72 койка-урын булдырылған. Штатта 62 врач-педиатр.

2017 йылда тыуым 1,4 процентҡа кәмегән. Барлығы 10 бала ғүмере өҙөлгән. Балалар табыу йортонда 5 бала үлгән, ҡалғандарының ғүмере балалар дауаханаһында, махсус үҙәктәрҙә өҙөлгән. Сәбәбе - нерва системалары ауырыуҙары, пневмония һәм башҡалар. 861 бала дауаханаларҙа иҫәптә тора. Былтыр, үткән йыл менән сағыштырғанда, инвалидтар һаны 29-ға артҡан. Башлыса 5-9 һәм 10-14 йәшлектәр араһында һаулыҡтары яғынан зәғифтәр күп. 500-999 грамм ауырлыҡ менән тыуған сабыйҙар артҡан. Улар араһында үлем осрағы ла үҫкән. Ваҡытынан алда, йә ауыр табыусы ҡатындар һаны күбәйгән.

Үткән йылда 3 баланан әсәһе баш тартҡан, шуларҙың икәүһе ғаиләгә, берәүһе балалар йортона тапшырылған.

Сабыйҙарҙың үлемен иҫкәртеү, һәр осраҡты ентекле анализлау, дауалауҙа хаталарға юл ҡуймау, табиптарҙың эшмәкәрлеген контролдә тотоу, репродуктив сәләмәтлекте нығытыу буйынса эштәрҙең осо-ҡырыйы юҡ. Яҡты донъяға килгән сабыйҙарҙы юғалтмау, һәр береһен аяҡҡа баҫтырыу бурысын һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре тырышлығы менән генә хәл итеп булмаҫы көн кеүек асыҡ. Рәсимә Биктимер ҡыҙы балалар үлемен кәметеү өсөн йәш әсәләр мәктәбен булдырыу, ҡаланың тире-винерологик диспансерында үҫмерҙәр өсөн аноним тикшерелеү үтеү өсөн кабинеттар булдырыу, бала тыуғас та тәүге осорҙа сифатлы медицина ярҙамын күрһәтеүҙе тәҡдим итте.

Кәңәшмәлә тыуымды арттырыу, үлемде кәметеү, халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамын күрһәтеү буйынса бик күп һорауҙар ҡаралды. Шулай уҡ Салауат дауаханаларына тар белгестәрҙе йәлеп итеү буйынса эш алып барыу хаҡында ла әйтелде.

- Тейешле саралар күргәндә ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин, - тине Дилбәр Радик ҡыҙы. - Статистикаға эйә булыу ғына етмәй, ә сабыйҙар үлеменә юл ҡуймау буйынса саралар күреү өсөн һәр тәғәйен осраҡҡа етди анализ яһарға кәрәк. Ҡыҙғаныс, бер йәшкә тиклемге шунса бала яҡты донъяға килеп тә йәшәй алмаған, күпме ата-әсә көтөп алған сабыйын һөйөү шатлығынан мәхрүм булды. Әсә һәм бала һаулығын һаҡлау етди контролгә алынырға тейеш.
Читайте нас: