газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
14 Февраль 2018, 11:06

Ҡотороу сире таралмаһын

Был сир кешелек донъяһы барлыҡҡа килгәндән алып теркәлгән, тигәндә лә була. Әлбиттә, уға ҡаршы медицина, ветеринария өлкәһе белгестәре эш алып бара. Уның менән йылдың теләһә ниндәй миҙгелендә осрашырға тура килә. Был ауырыуға ҡаршы көрәштең иң файҙалы алымы - вакцинация үткәреү.

Был сир кешелек донъяһы барлыҡҡа килгәндән алып теркәлгән, тигәндә лә була. Әлбиттә, уға ҡаршы медицина, ветеринария өлкәһе белгестәре эш алып бара. Уның менән йылдың теләһә ниндәй миҙгелендә осрашырға тура килә. Был ауырыуға ҡаршы көрәштең иң файҙалы алымы - вакцинация үткәреү.

Сирле йәнлек тешләһә, йәки уның шайығы йәрәхәтле тирегә эләкһә, ауырыу йоға. Был саҡта тиҙ генә яраны һабынлап һыу менән йыуырға, стериль бәйләүес һалырға һәм кисекмәҫтән табип-травматологҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

- Кешене тешләгән, әммә шик тыуҙырмаған хайуанды үлтерергә ярамай. Ул 10 көн буйы ветеринар күҙәтеү аҫтында булырға тейеш. Сир билдәләре асыҡланмаһа, йәнлек сәләмәт тигән белешмә бирелә һәм тешләнгән кешегә махсус прививкалар курсы туҡтатыла, - ти ветеринария белгесе Анастасия Яковлева.

Йыл да донъяла 7 млн кешегә һәм 10 млн хайуанға ҡотороу сиренән вакцина эшләнһә лә, 60 меңгә яҡын кеше һәм хайуан үлә. Башлыса ҡотороу сиренең сығанағы - прививка яһатылмаған эт һәм бесәйҙәр. Үткән йылда Рәсәйҙә 1513 ҡотороу сире теркәлгән, ә Башҡортостанда 7 осраҡ.

Профилактикалау - ветеринар белгестәренең төп эше. Ишембай районы һәм Салауат ҡалаһы ветеринария станцияһы белгестәренә кешеләрҙең ярҙамы ла кәрәк. Хайуандарығыҙҙы теркәргә һәм вакцинация үткәрергә онотмағыҙ. 2017 йылда Ишембай районында 17004 эре мөгөҙлө малға, 1705 атҡа, 12613 ваҡ мөгөҙлө малға, 4060 эткә, 3213 бесәйгә вакцина яһалған.

Ишембай ҡалаһы, Төньяҡ урамы, 48а йортона йәки үҙегеҙҙең торлаҡ-коммуналь хеҙмәтегеҙгә килеп, графикка ярашлы йорт хайуандарығыҙға бушлай прививка эшләтә алаһығыҙ.

Белешмәләр өсөн телефон: (34794)4-39-81, 7-84-95. Ветеринария хеҙмәте дүшәмбенән йомаға ҡәҙәр иртәнге 9-сы яртынан киске 6-сы яртыға тиклем, ә шәмбе көнө сәғәт 9-ҙан 1-гә тиклем эшләй.

Биләмәләрендә хеҙмәт эттәре йәки эйәһеҙ эттәр булған предприятие, ойошмалар етәкселәренә айырым мөрәжәғәт итке килә: үҙегеҙҙең, эргәгеҙҙәге кешеләрҙең һаулығын хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ, йәнлектәргә ваҡытында прививка яһатығыҙ.
Читайте нас: