газета "Салауат"
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
30 Ғинуар 2018, 15:52

Туғандар реанимацияға индереләме?

Дәүләт Думаһына «Рәсәй Федерацияһында һаулыҡ һағы нигеҙҙәре тураһында»ғы федераль законға үҙгәрештәр индереү хаҡында закон проекты тапшырылды. Ул медицина хеҙмәткәрҙәрен пациенттың туған-тыумасаларын реанимацияға йәки интенсив терапия палатаһына индерергә бурыслы итә. Был турала федераль киң мәғлүмәт саралары яҙа. Әлегә ауыр хәлдәге пациенттарға уларҙы күрергә килеүселәрҙе индереү-индермәү мәсьәләһен дауахана етәкселеге хәл итә.

Рәсәйҙә санитария режимы стериллек иҫәбенә һаҡлана (икенсе илдәрҙә дауаханаға ингәндә зарарһыҙландыралар). Шуға күрә был законға махсус шарттар әҙерләргә тура киләсәк. Дөйөм алғанда, һорау алғандарҙың күбеһе пациент өсөн яҡындарының ярҙамы бик мөһим, шуға ауырыу янына инеүгә рөхсәт бирергә кәрәк тип иҫәпләй.
Читайте нас: