Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
30 Ғинуар 2018, 15:49

Әкрен барған - етер, шәп йөрөгән - бөтөр

Көндөҙ ҡояш ҡыҙҙыра, кисен һыуыта, төндә туңдыра, ә иртәнсәк боҙлауыҡтар барлыҡҡа килә. Бындай шарттарҙа айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк. Сөнки кешеләр тайып йығылыуҙан төрлө тән йәрәхәттәре алыуы мөмкин. Ҡала дауаханаһының травматология-ортопедия бүлеге мөдире Артур Ғәлимов һаҡсыллыҡ ҡағиҙәләре хаҡында иҫкәртә.

Көндөҙ ҡояш ҡыҙҙыра, кисен һыуыта, төндә туңдыра, ә иртәнсәк боҙлауыҡтар барлыҡҡа килә. Бындай шарттарҙа айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк. Сөнки кешеләр тайып йығылыуҙан төрлө тән йәрәхәттәре алыуы мөмкин. Ҡала дауаханаһының травматология-ортопедия бүлеге мөдире Артур Ғәлимов һаҡсыллыҡ ҡағиҙәләре хаҡында иҫкәртә.

- Артур Рәмил улы, Салауатта ҡышҡы осорҙа тән йәрәхәттәре менән мөрәжәғәт итеүселәр күпме?

- Травматология-ортопедия бүлегенә төрлө тән йәрәхәттәре менән декабрь айында 1700 кеше мөрәжәғәт итте. Уларҙың 193-ө аяҡ-ҡул һәм башҡа төрлө тән өлөштәрен һындырған. Ғинуар айында 1023 кешене ҡабул иттек, 142 ир һәм ҡатын беҙгә һөйәктәрен һындырып килде. Декабрь айында барлығы 545 бала йәрәхәт алған. Шуларҙың 106-һы урамда, 208-е көнкүреш хәлдәренә бәләгә тарыған. Ғинуар айында (19 ғинуарға тиклем) 274 кеше тән йәрәхәте алған, шуларҙың 91-е урамда тайып йығылһа, 102-һе көнкүреш шарттарында ҡаза күргән.

- Ҡышҡыһын йәрәхәтләнеүҙән нисек һаҡланырға?

- Ҡышҡыһын, юлдар тайғаҡ булыу сәбәпле, һаҡһыҙлыҡтан тән йәрәхәттәре алыу ихтималлығы бермә-бер арта. Атлап китеп барғанда тайып ҡоланыңмы, саңғыла йөрөгәндә, боҙҙа тимераяҡта шыуғанда, сана менән тауҙан шыуып төшкәндә - ҡыҫҡаһы, көтмәгәндә йығылып тән йәрәхәте алыу аҙым һайын һағалап ҡына тора. Тайып ҡолау айырыуса өлкәндәр өсөн хәүефле, сөнки оло һөйәк һынып барыусан була. Әлбиттә, бер кемгә лә уны теләмәйбеҙ. Шулай ҙа Хоҙай, һаҡланғанды һаҡлармын, тигән, үҙебеҙгә ипләп йөрөргә, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫтә тоторға кәрәк.

Иң тәү сиратта тайғаҡ табанлы аяҡ кейеме кеймәҫкә кәрәк. Таяҡҡа йәиһә ҡулсатырға таянып йөрөү ҙә тайып ҡолауҙан һаҡланыуға булышлыҡ итә. Ҡышҡы кейем йылы ла, уңайлы ла булырға тейеш. Сөнки тайып киткәндә, ғәҙәттә, аяҡ-ҡулдарҙы болғап нисек тә ҡоламаҫҡа тырышабыҙ, бына шул саҡта кейем хәрәкәтте сикләргә тейеш түгел. Тар итәк, салбар, шулай уҡ оҙон ауыр тундар ҙа аяҡ араһында буталып, тигеҙлекте һаҡларға ҡамасаулауы ихтимал. Атлап йөрөгәндә алға эйелеберәк, ашыҡмай йөрөргә кәңәш ителә. Ҙур, ауыр сумка күтәрмәҫкә тырышыр­ға, сөнки ул аҫҡа тартып, кәүҙәне тигеҙ тотор­ға мөмкинлек бирмәй. Иң уңайлыһы - уны арҡаға аҫып йөрөү.
Читайте нас: