Әгәр ҙә Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы тәҡдиме буйынса, дарыуҙарҙы аҙыҡ-түлек магазиндарында һатыу рөхсәт бирһәләр, илдә дарыуханалар күпләп ябыла башлаясаҡ, ти аналитиктар. Һатып алыусылар, әлбиттә, рецепһыҙ препараттарҙы осһоҙораҡҡа алып ҡыуанһа ла, уның кире яҡтары ла бар. Был үҙгәреш арҡаһында киҫкен көрәш башланырға мөмкин.
Рецепһыҙ ебәрелгән препараттарҙы сауҙа нөктәләрендә һатыу халыҡтың ваҡытын экономияларға ярҙам итәсәк, тип белдерә Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы. Тик быға һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡаршы сыға. Сөнки бының өсөн супермаркеттарҙа дарыуҙар менән һатыу итеү өсөн лицензия, шулай уҡ унда айырым фармацевт белемле кешеләр кәрәк буласаҡ. Тағы ла бер һорау: бындай магазиндарҙа дарыуҙарҙың сифаты күҙ уңында тотолормы? Препараттың ҡулланылыу ҡағиҙәләрен яҡшы белгән профессиональ фармацевт, һауығыу өсөн кешегә бер ҡап ҡына кәрәк булған осраҡта, бер ҡасан да бер кешегә 10 төргәк һатмаясаҡ. Ә магазинда 50 пачка алып һәм уны касса алдында уҡ ашап буласаҡ. Балаларҙың да супермаркеттарҙа йөрөүен иҫтән сығарырға ярамай. Халыҡ күпләп үҙ аллы дауаланыуға күсеүе лә ихтимал. Икенсенән, әгәр ҙә дарыуҙар сауҙа нөктәләренә күсһә, дарыуханаларҙың ябылыуы мөмкин. Салауатта ғына уларҙың һанын иҫәпкә алғанда, күпме белгес эшһеҙ ҡаласаҡ. Белеүебеҙсә, фармацевт дипломын алыу өсөн юғары уҡыу йортонда 6 йыл уҡырға кәрәк.
Әлбиттә, дарыуҙарҙы сауҙа нөктәләрендә һатыу сит илдәрҙә ҡулланыла. Мәҫәлән, Данияла һәм Финляндияла магазин эсендә дарыухана кибеттәрен урынлаштырыу ауыл ерендә генә рөхсәт ителә. Ә Германияла дарыуҙар ике төргә бүленә, беренселәре тик дарыуханала ғына һатыла, икенселәре (дауалауҙа врачтар талап ителмәгәндә) махсус булмаған магазиндарҙа. АҠШ-та махсус дарыухана магазиндары бар. Унда рецепһыҙ препараттар һатыла. Ә рецептлы дарыуҙар дарыуханаларҙа ғына бирелә.