Балалар өсөн ҡышҡы каникулдар ҡыҙыҡлы ла, файҙалы ла үтте. Сөнки ҡалала конькиҙа шыуыу өсөн боҙ майҙансыҡтары асылды. Шуларҙың береһе - «Төньяҡ балҡышы». Ул «Октябрь» кинотеатры артында урынлашҡан.
Сәләмәтлек - ҙур байлыҡ, тиҙәр. Быны бөтәһе лә бик яҡшы аңлай. Айырыуса ҡыш миҙгелендә төшөнкөлөккә бирелеп, өйҙә генә ултырыр мәл түгел. Берәүҙәр саңғыла йөрөһә, икенселәре һыуыҡтан ҡурҡмай, тау шыуа, конькиҙа йүгерә.
Һуңғы ваҡытта ҡышҡы спорт төрө - конькиҙа шыуыу киң билдәлелек алды. Саф һауала конькиҙа шыуған балаларҙан өлкәндәр ҙә ҡалышмай. Көнө буйы компьютер артында ултырғансы, йәки эштән һуң, күңеленә ятҡан шөғөл табыуҙары бик шәп тә инде!
Бына әхирәттәр Аня менән Настя ла көн дә тиерлек ошо һырғалаҡҡа килә. Ҡыҙҙар икеһе лә 8-се лицейҙа 7-се класта уҡый. Өйөбөҙгә яҡын да, уңайлы ла, тиҙәр улар.
- Мин бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләнәм. Конькиға ете йәштән баҫтым, бассейнға ла йөрөйөм. Һырғалаҡ асылыуын түҙемһеҙләнеп көттөм, - ти Аня Тронягина.
Настя Казадаева ла конькиҙа шыуыу менән бер рәттән «Йәштәш» үҙәгенә бейеүгә йөрөргә лә ваҡыт таба.
Фигуралы шыуыу менән мауыҡҡан малай-ҡыҙҙарға ҡарап һоҡланам. Ошондай спорт төрөн үҙ иткәндәр ҡышҡы һыуыҡтарға, ауырыуҙарға бирешмәйҙәр. Уларға афарин, тиергә генә ҡала!
Һырғалаҡ майҙансығы хеҙмәткәре Артур әйтеүенсә, улар салауаттарҙы конькиҙа шыуыуға йәлеп итеү өсөн конкурстар үткәреп тора.