Яңы технологиялар алға киткән заманда йәшәһәк тә, тормошобоҙҙа хәүеф-хәтәрҙәргә лә урын күп. Айырыуса йәштәр араһында. СПИД, ВИЧ, наркомания тигән ҡурҡыныс нәмәләр яңы ғына йәшәй башлаған егет-ҡыҙҙарҙы үҙ ауына алырға тора. Шуға ла, был ауырыуҙарҙы ауыҙлыҡлау маҡсатында, төрлө профилактик саралар, аңлатыу эштәре уҙғарыла, уларға төрлө белгестәр йәлеп ителә. Күптән түгел төҙөлөш-механика колледжында ла фәһемле осрашыу уҙҙы.
Унда имам-мөхтәсиб Илшат хәҙрәт Хафизов, Салауат епархияһының социаль бүлек эргәһендәге наркоманияны, эскеселекте иҫкәртеү буйынса комиссия рәйесе, ата Алексей Терентьев саҡырылғайны. Сарала терроризм, экстремизмға, үлемесле сирҙәргә ҡаршы тороу кеүек көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде. Илшат хәҙрәт үҙ сығышында йәштәрҙе дөрөҫ юлдан тайпылмаҫҡа саҡырҙы.
- Яңы ғына тормоштоң тәмен татып, йәшлек дәрте менән йәшәй башлаған сағығыҙ. Тәртипһеҙ йәшәү рәүешенән, наркотиктарҙан, осраҡлы енси бәйләнештәрҙән йыраҡ тороғоҙ. ВИЧ әллә ҡайҙа йыраҡта йөрөмәй, яныбыҙҙа ғына. Һәр кемдең һаулығы, киләсәге үҙ ҡулында. Матур ғаилә ҡороп, һау-сәләмәт балалар үҫтерергә теләһәгеҙ, бер ваҡытта ла хаталы аҙым яһамағыҙ. Бер минут ләззәттең мең ғазаптарға килтереүен онотмағыҙ, - тине ул.
Йәштәр һәр сығыш яһаусының телмәрен иғтибар менән, уйға батып тыңланы. Осрашыуҙан һәр кем үҙенә һығымта яһағандыр, тигән ышаныста ҡалғы килә.