Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
12 Декабрь 2017, 11:48

Уның маҡсаты - сәләмәтлек бүләк итеү

Массаж - кешенең кәйефенә, сәләмәтлегенә йоғонто яһаусы алым. Ул - француз һүҙе, «иҙеү», «баҫыу», «һыпырыу» тигәнде аңлата. Гәзитебеҙ ҡунағы - «Көнсығыш» фитнес клубы массажисы Рузил Сафин үҙ эшенең нескәлектәре менән бүлешә.

Массаж - кешенең кәйефенә, сәләмәтлегенә йоғонто яһаусы алым. Ул - француз һүҙе, «иҙеү», «баҫыу», «һыпырыу» тигәнде аңлата. Гәзитебеҙ ҡунағы - «Көнсығыш» фитнес клубы массажисы Рузил Сафин үҙ эшенең нескәлектәре менән бүлешә.

- Рузил Рим улы, массаж тураһында бер нисә һүҙ.

- Был алым бик боронғо заманда барлыҡҡа килгән. Массаж һәйбәт кенә түгел, файҙалы ла. Кеше үҙе лә һиҙмәҫтән ауыртҡан һәм бәрелгән урындарын һыпыра башлай бит! Теш һыҙлағанда ла уға бармаҡ менән баҫым яһап, ауыртыуын баҫырға тырышабыҙ. Шулай итеп, массаж - ул һәр беребеҙҙең иң яратҡан процедураһы.

- Уның төрҙәре бик күп. Һеҙ ниндәйен тәҡдим итәһегеҙ?

- Ысынлап та, массаж төрҙәре байтаҡ, уларҙың һәр береһе организмға төрлөсә йоғонто яһай. Мәҫәлән, тәнде ял иттереү төрө умыртҡа һөйәктәре араһындағы биҙҙәрҙе дауалауҙа ла, матурлыҡ салондарында ла тәҡдим ителә. Әммә улар - икеһе ике төрлө массаж! Уларҙың зонаһы һәм эшләү алымдары айырыла. Пациент ниндәй массаж төрөнә килгәнен аңларға тейеш. Клубҡа килгән ҡатын-ҡыҙҙар араһында целлюлитҡа ҡаршы, бамбук менән, тәнде ял иттереү массаждары популяр.

- Массаж ярҙамында ниндәй ауырыуҙарҙан арынып була?

- Арҡа, бил, муйын, баш ауыртҡанда. Остеохондроз. Мускул һәм һеңер тартылыу. Невролгия, бронхит, астма, гипертония ауырыуҙарын дауаларға мөмкин.

- Ҡайһы осраҡта уны эшләтеү тыйыла?

- Бәхеткә күрә, массаждың зыянына ҡарағанда, файҙаһы күберәк. Әммә уны психик ауырыуҙар, киҫкен биҙгәк тотҡан осорҙа, ҡан ауырыуы, юғары температура булғанда, һалҡын тейгәндә яһатырға ярамай.

- Күпме ваҡыт эшләнергә тейеш?

- Дөйөм массажға - 1 сәғәт, муйын-яға зонаһына - 15 минут, арҡаға 30 минут бүленгән.

- Массаж кешенең энергияһы менән бәйлеме?

- Әлбиттә. Ул массажсының энергияһын «һура», ә пациент дауаланыу процесын ала. Белгестәр билдәләүенсә, массажсы эшенән һуң ҡулын йыуырға тейеш.

Пациенттың кәйефенә ҡарап, массаж эшләү методикаһы ла үҙгәреүе мөмкин. Икенсе төрлө әйткәндә, үҙ эшеңдең оҫтаһы, импровизатор булырға ла тейешһең. Минең маҡсат - кешеләргә йылы, сәләмәтлек бүләк итеү.

- Әйтер теләктәрегеҙ ҙә барҙыр...

- Сәләмәт тормошта йәшәү өсөн кешегә ваҡыты менән ял итеп алыу мотлаҡ. Ярһығанда, стресс кисергәндә мускулдар көсөргәнешле була, ә был психик-эмоциональ торошҡа тәьҫир итә. Бындай хәл оҙаҡҡа китһә, кеше йонсой, арый, эшләй алмай. Массаж көс бирә. Ҡыҫҡаһы, уның ярҙамында рәхәтләнеп ял итегеҙ!
Читайте нас: