газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
12 Декабрь 2017, 11:35

Холестериныңды тикшерт!

Салауатта «Ҡан тамырҙары сәләмәтлеге» программаһы сиктәрендә холестерин күләмен билдәләү өсөн бушлай тикшереү үткәрелә. Әгәр ҙә һеҙҙә ниндәйҙер тайпылыуҙар асыҡланһа, профилле белгестән кәңәш алыу мөмкинлеге бар. Был тикшереүҙе Салауат ҡала дауаханаһының һаулыҡ үҙәгендә 16 һәм 23 декабрҙә үтеп, Яңы йыл байрамдарынан һуң сағыштырып буласаҡ.

Салауатта «Ҡан тамырҙары сәләмәтлеге» программаһы сиктәрендә холестерин күләмен билдәләү өсөн бушлай тикшереү үткәрелә. Әгәр ҙә һеҙҙә ниндәйҙер тайпылыуҙар асыҡланһа, профилле белгестән кәңәш алыу мөмкинлеге бар. Был тикшереүҙе Салауат ҡала дауаханаһының һаулыҡ үҙәгендә 16 һәм 23 декабрҙә үтеп, Яңы йыл байрамдарынан һуң сағыштырып буласаҡ.

Беҙҙең ҡалала үлем сәбәбенең күпселеге йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙарына бәйле икәнен иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.

Холестерин - организмда липид алышыныуының мөһим күрһәткесе, атеросклероз үҫешенең билдәһе һәм ул йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына килтереүе ихтимал. Холестерин кимәленең артыу сәбәбе төрлө: дөрөҫ туҡланмау, аҙ хәрәкәт итеү, тәмәке тартыу, алкоголь, стресс, экология, алама нәҫел. Улар ҡан әйләнешен боҙа, ҡан тамырҙары стеналарын йәрәхәтләй һәм тромбтар барлыҡҡа килтерә. Был процесс симптомдарһыҙ барыуы мөмкин, тик ҡан әйләнешенең боҙолоуы атеросклероз, инфаркт йәки инсульт ке-үек хәүефле сирҙәргә килтереүе бар.

Әгәр ҙә һеҙҙә йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре үҫеше хәүефе бар икән, 20 йәштән һуң, айырыуса 40 йәштән үткәс, даими рәүештә 1-3 йылға бер холестеринға анализ тапшырырға кәрәк. Холестерин кимәле юғары булһа, өҫтәмә тикшереүҙәр: липид профиле, диабетҡа һәм бауыр торошона тестар үтеү мөһим. Һөҙөмтәләр буйынса врач һеҙгә дауалау курсы яҙасаҡ.

Йөрәк-ҡан тамырҙары ауы-рыуҙарын профилактикалау - беҙҙең акцияның төп маҡсаты.

Холестерин кимәлен тикшереү түбәндәге адрестар буйынса бушлай үткәрелә: Салауат ҡалаһы, Чапаев урамы, 12-се йорт, административ корпус, 1-се ҡат, 106-сы һәм 107-се кабинеттар. Йүнәлтмәһеҙ. Үҙегеҙ менән полис һәм паспорт алырға онотмағыҙ.

Ҡан тапшырыр алдынан киске сәғәт 6-ға тиклем еңелсә ашау тәҡдим ителә. Тикшереү көнөндә ашау тыйыла (тәмәкенән, шыйыҡсанан, медикаменттарҙан баш тартырға). Үҙегеҙҙең һаулығығыҙ тураһында ҡайғыртырға онотмағыҙ.
Читайте нас: