газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
24 Октябрь 2017, 11:42

Сәскәләй ғүмереңде әйләндермә сүпкә

Замана йәштәрен, үҫмерҙәрҙе аҙым һайын хәүеф һағалай. Компьютер тулы юҡ-бар сайттар, «матур тормош»ҡа ымһындырған шикле яҙыуҙар. Ә үҫмер күңеле шул тиклем бер ҡатлы, барыһын да ихлас ҡабул итә. Ысынында иһә, улар кешене упҡынға тәгәрәтә. Һүҙҙең ҙур көскә эйә булыуы бөтәһенә лә мәғлүм. Наркотиктарҙың ҙур зыяны тураһында ни тиклем күберәк һөйләһәң, шул тиклем нығыраҡ кешенең мейеһенә һеңә. Уҙған аҙна үҙәк китапханала «Туҡта! Наркотиктарға - юҡ!» тип аталған сара уҙҙы. Уны китапхана хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо. Осрашыуға наркология диспансеры врачы Нина Лаврова, 1-се лицей уҡыусылары саҡырылғайны.

- Наркотик - бәләнең иң ҙуры. Ул, тәү сиратта, үҙәк нервы системаһын емерә. Сәләмәтлеккә зыян килтерә, төрлө ауырыуҙарға дусар итә. Бер тапҡыр ғына тәмләп ҡарағандан һуң да наркотиктарҙың мейе күҙәнәктәрен һәләк итергә һәләтле булыуын һәр ваҡыт иҫегеҙҙә тотоғоҙ. Артабан организм бер туҡтауһыҙ “доза” талап итә. Аңы томаланған наркоман ағыу һатып алыу өсөн ҡайҙан аҡса табыу тураһында ғына уйлай башлай. Ахырҙа ул урлаша, кеше талай, башҡа насар юлдарға бара, - тип башланы һүҙен Нина Анатольевна. - Әле диспансерҙа наркомандарҙың нисек ыҙаланыуын күҙ алдына ла килтереүе ауыр. Берәүҙәр «доза» етмәгәндән яфалана, икенсеһе эпилепсия өйәнәгенән тыпырсына, бәғзеләре үҙен кимергән аҡ ҡорттарҙан ҡотҡарыуҙарын һорап ҡысҡыра. Быларҙың барыһы ла уйлап сығарылған түгел, ә ысынбарлыҡ. Наркомандар тотош йәмғиәт өсөн ҡурҡыныс тыуҙыра. Беҙҙең ҡала наркомания, ВИЧ, СПИД буйынса беренсе урында. Күңелһеҙ күренеш. Ябай граждандар ҙа уяулыҡ күрһәтеп, наркомандарҙы асыҡларға ярҙам итә. Прокуратура, полиция менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Үҙ яҙмышығыҙ менән уйнарға ярамай. Алдатҡыс яҙыуҙарға ышанмағыҙ. Улар артында криминал, фажиғәле яҙмыштар ята. Лайыҡлы белем алып, илебеҙ өсөн кәрәкле, файҙалы кешеләр булығыҙ, - тигән теләктәрен еткерҙе ул.

Нина Анатольевна уҡыусыларҙы уйлан-дырырлыҡ итеп һөйләне, тормоштан күп миҫалдар килтерҙе. Балалар ҙа үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға ентекле яуап алды. Һуңынан ғибрәт алырлыҡ фильм да күрһәтелде. Сараны ойоштороусыларҙың тырышлығы бушҡа китмәүенә, залда ултырыусы үҫмерҙәрҙең бер ҡасан да насар юлға баҫмауына ышанғы килә.


Читайте нас: