газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
24 Октябрь 2017, 11:34

Ремонтты халыҡ эшләйме?

Ҡалабыҙҙың балалар дауаханаһының ниндәй хәлдә икәнен барыһы ла белә. Күптән инде ремонт күрмәгән бинаға балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә борсолоу менән ҡарай.

Һүрәттә күреүегеҙсә, баҫҡыстар әҙәм күргеһеҙ хәлдә. Был ғына түгел, стеналарҙың да буяуҙары ҡубып төшкән. Физкабинеттарҙы әйтеп тораһы ла юҡ. Ауырыу балаларҙы бында дауалар урынға, был мәшхәрҙән сығып ҡасҡы килә. Ошо турала интернет селтәрҙәрендә лә ҡыҙыу бәхәстәр бара.

Яңыраҡ октябрь аҙағында хәйриәлек акцияһы үтәсәге, унда йыйылған аҡсалар балалар дауаханаһын ремонталауға китәсәк, тигән белдереү булды. Уның инициаторы ҡала депутаттары тип яҙылған. Урындағы халыҡ һүҙҙәренә ҡарағанда, төҙөкләндереү өсөн 270 мең һум тирәһе аҡса талап ителә. Хәҙер ошо көнгә төштөкме? Халыҡтан бөртөкләп аҡса йыялар. Ә ниңә бының өсөн ҡала хакимиәте, бюджеттан аҡса бүленмәй. Бәлки бүленһә лә етерлек кимәлдә түгелме?

Ҙур байрамдар үтә, сауҙа нөктәләре төҙөлә. Быларҙың барыһына ла аҡсаһы табыла. Ярай әле был бер, ә ҡаланың инфекция дауаханаһы тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Күптән ремонт күрмәгән бина ҡот осҡос хәлдә. Хатта ҡаты итеп ауырыған хәлдә лә, күптәр бындағы мәшхәргә түҙмәй, өйҙәренә ҡайтыу яғын ҡарай.

Халыҡ аҡса йыйыр ҙа ул. Әммә был сумма ҡалалағы бөтә дауаханаларҙы төҙөкләндереүгә лә етерме лә, медицина өлкәһендәге проблемаларҙы хәл итерме икән?
Читайте нас: