Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Май , 16:50

Өй алдымда - матур ихата

2024 йылда Салауатта «Башҡорт ихаталары» республика программаһы сиктәрендә ике биләмә яңы төҫ аласаҡ: береһе - Бекетов урамындағы 10-сы, 12-се, 14-се йорттарға ҡараған ихата һәм Калинин урамындағы 18-се, 20-се, 22-се, 24-се, 26-сы, Ленин урамындағы 64-се йорттар алдындағы ихата.

Өй алдымда - матур ихата
Өй алдымда - матур ихата

- Салауат ҡалаһында «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса йыл да ихаталар ремонтлана, быйыл уларға тағы ла икәү өҫтәләсәк. Ике территорияла ла подряд ойошмаһы бер үк - «РефТөҙөлөшПроект». Улар объекттарҙа эш башланы. Әлеге ваҡытта иҫке ҡоролмаларҙы демонтажлау, хәүефле ағастарҙы ҡырҡыу бара. Проектта ихаталағы юлдарҙы киңәйтеү, күберәк парковка урындары булдырыу ҡаралған. Хәүефһеҙ резина япмаһы менән балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөләсәк. Яңы эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары урын аласаҡ, яңы яҡтыртыу ҡоролмалары, видеокүҙәтеү ҙә ҡуйыласаҡ. Ҡалдыҡтар һәм сүп-сар йыйыу майҙансығы заманса итеп эшләнәсәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә ала ҡала хужалығы идаралығының әйҙәүсе белгесе Татьяна Царегородцова.
Кәрәкле һәм мөһим эшкә башланғыс һалынған, хәҙер кешеләр уларҙың уңышлы тамамланыуын һәм йәшәгән урындарының зауыҡлыға һәм күркәмгә әйләнеүен түҙемһеҙлек менән көтә.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: