Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Май , 16:45

Батыр аллеяһына - тулыһынса яңы төҫ

Салауатта Батыр аллеяһының икенсе өлөшө төҙөкләндерелә башланы.

Батыр аллеяһына - тулыһынса яңы төҫ
Батыр аллеяһына - тулыһынса яңы төҫ

Тыуған ҡалабыҙҙа «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөжите булдырыу» федераль проекты ярҙамы менән төҙөкләндерелгән ял һәм йәмәғәт биләмәләре артҡандан арта. Былтыр был программа сиктәрендә Салауат Юлаев бульварындағы аллеяның беренсе өлөшө матурланды, күркәмләнде. Салауаттар уның икенсе өлөшөн дә төҙөкдәндереү өсөн актив тауыш бирҙе һәм оҙаҡламай уның һөҙөмтәһен күрәсәк. Әле үк унда ремонт эштәренә тотондолар.
- 2024 йылда Салауат ҡалаһында Салауат Юлаев бульварындағы Бочкарев урамынан алып Островский урамына тиклем аллея өлөшө төҙөкләндерелә. Бында уңайлы, күберәк тыныс ял өсөн зоналыр булдырыу күҙ уңында тотола. Һәйкәлдәр янын төҙөкләндереү, бәләкәй архитектруа формаларын булдырыу планлаштырыла. Яңы эскәмйәләр, күләгә әүеҫлектәре урынлаштырыу ҡаралған. Аллеяның көньяҡ өлөшөндә өҫтәмә парковка урындары булдырыла. Яҡтыртыу, видеокүҙәтеү ҡоролмаларын ҡуйыу буйынса эштәр башланған да инде. Биләмәне яңы төр ағастар, ҡыуаҡлыҡтар, үлән һәм сәскәләр менән йәшәллендәреүгә ҙур иғтибар бирелә, бигерәк тә төрлө сорттағы сирендәрҙең ултыртылыуы салауаттарға оҡшар, тип уйлайбыҙ, - тип төҙөкләндереү пландары менән бүлеште ҡала хужалығы идаралығының әйҙәүсе белгесе Татьяна Царегородцева.
Аллеяла эштәрҙе «РефТөҙөлөшПроект» йәмғиәте алып бара. Әйткәндәй, тап ошо ойошма аллеяның тәүге өлөшөн дә төҙөкләндергән.
Биләмәне тулыһынса яңыртыуҙы сентябрь айында тамамлау планлаштырыла.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: